6 декабрь, Шишәмбе

28 май 2012 йыл, 10:43

2012 йылда Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 8000 кеше эшкә урынлашҡан

автор: Галина Бахшиева

Йыл башынан алып Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында һигеҙ меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. 1100-ҙән ашыу кеше бөгөн хеҙмәт баҙарында талап ителгән профессияларға уҡырға йүнәлтелгән.

Әлеге ваҡытта Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә 8400-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора, шуларҙың яҡынса 7900-ө – эшһеҙ.

Бынан алдағы аҙнаның башы менән сағыштырғанда, баш ҡалала рәсми эшһеҙлек кимәле бер аҙ кәмеп, әле 1,39 процентты тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты ла бер нисә пунктҡа төшкән һәм әле 0,44-кә тиң. Икенсе төрлө әйткәндә, бер вакансияға бөгөн берәүҙән дә кәмерәк кеше тура килә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тьәмин итеү үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге мәлдә ҡаланың вакансиялар банкында 19600 буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бирелгән. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда был яҡынса 500 вакансияға күберәк.

Бер аҙнала Өфөнөң хеҙмәт биржаһы хеҙмәттәренән 1400 кеше файҙаланған.