3 декабрь, Шәмбе

28 май 2012 йыл, 10:25

30 майҙа республика халҡы «Рәсәй почтаһы» филиалы етәкселегенә мөрәжәғәт итә ала

автор: Любовь Колоколова

Шаршамбы, 30 майҙа «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан филиалы етәкселеге республика халҡы менән «тура линия» үткәрә, тип хәбәр итә БР Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Бер сәғәт дауамында, 11.00-дән 12.00-гә тиклем, теләге булған һәр кеше 8 (347) 273-07-76 телефонына шылтыратып, почта тематикаһына бәйле үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә йәки почта эшен камиллаштырыуға бәйле тәҡдимдәрен еткерә ала.  

Әйтергә кәрәк, «тура линиялар» үткәреү Башҡортостандың Почта элемтәһе идаралығы өсөн матур йолаға әйләнеп бара.

темалар: почта,элемтә