7 декабрь, Шаршамбы

28 май 2012 йыл, 10:11

Хәҙер Өфөлә лә Европаға виза алып була

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә Берләштерелгән сервис-виза үҙәге асылды, унда Европалағы бер нисә илгә: Австрияға, Болгарияға, Греция, Дания, Испания, Мальта, Норвегия, Чехия һәм Швецияға виза алып була. Яңы үҙәктең операторы – Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында ошондай уҡ үҙәктәр менән идара итеүсе VFS Global компанияһы.

Өфөләге офиста Европа илдәренә виза алыуға документтар ҡабул ителә һәм эшкәртелә. Үҙәктә ғариза яҙып, әҙер паспорт алып була, әммә виза биреү-бирмәү мәсьәләһен турист барырға теләгән илдең консуллығы ғына хәл итә.  Документтарҙы тапшырыр алдынан, сервис-виза үҙәге консультанттары уларҙы консуллыҡ талаптарына ярашлылыҡҡа ентекләп тикшерә, был иһә ғариза биреүсегә техник хата арҡаһында визаһыҙ ҡалмаҫҡа ярҙам итә.

Ғариза биреүселәрҙән документтар ҡабул итеү һәм паспорттар биреү эш көндәрендә бойомға ашырыла. Хәҙер өфөлөләргә «шенген» артынан башҡа ҡалаларға йөрөргә тура килмәйәсәк. Был айырыуса туроператорҙар һәм турагентлыҡтар ҡатнашлығынан тыш, үҙ аллы сәйәхәт итергә күнеккән туристар өсөн уңайлы.  

темалар: туризм