11 декабрь, Йәкшәмбе

28 май 2012 йыл, 10:08

Морис Йосопов Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты итеп һайланды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһының сираттан тыш отчет-һайлау конференцияһы үтте. Был физкультура-спорт йәмәғәт ойошмаһына етәкселәр һайлау конференцияла ҡаралған төп һорауҙарҙың береһе булды.

Һөҙөмтәлә Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты вазифаһына Силәбе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, өлкәнең Билбау көрәше федерацияһы президенты Морис Йосопов һайланды. Бығаса Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты вазифаһын Шамыл Хисаметдинов башҡарғайны.

«Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте белгесе Динә Нафиҡова хәбәр итеүенсә, Морис Йосопов – билдәле спортсы һәм тренер, Көньяҡ Уралдағы дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы Харис Йосоповтың улы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Морис Йосопов һәм уның ағайы – Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов башланғыстары менән Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә сәләмәт тормош яҡлы милли көрәш буйынса ярыштар һәм башҡа төрлө спорт саралары үткәрелә.