9 декабрь, Йома

28 май 2012 йыл, 9:26

Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» рәйесе итеп һайланды

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

«Берҙәм Рәсәй» партияһының XIII съезы делегаттары Дмитрий Медведевты партия рәйесе итеп һайланы. РФ Хөкүмәте башлығы уның кандидатураһын хуплағандары өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте һәм артабан берлектә емешле эшләйәсәктәренә ышаныс белдерҙе.

Съезда йәмғеһе 2476 кеше ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы съезға республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә килде.

— «Берҙәм Рәсәй»ҙең үҙ эшмәкәрлегендә яңы этапҡа күсеүе, элекке механизмдарҙың эшләмәүе лә аңлашыла, эштәрҙе заманға яраҡлы үҙгәртеп ҡорорға, шул иҫәптән, тактиканы һәм стратегияны үҙгәртергә кәрәк, — тине республика башлығы журналистар менән әңгәмәләшкәндә.

— Партия бөгөн бер тауыштан үҙенең башлығын, Дмитрий Анатольевич Медведевты, һайланы. Сөнки барыһы ла Дмитрий Медведевтың яңы быуын идарасылары вәкиле булыуын, системалы, етди кеше икәнен белә һәм яҡшы аңлай, һәм, һис шикһеҙ,  партия өсөн бындай кимәлдәге лидер – алға табан ҙур аҙым ул, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Уның әйтеүенсә, съезда республика партияһынан делегация ҡатнашыуы ла ҙур роль уйнай.

— Көн элгәре съезда дискуссиялар үтте, һәм беҙҙең делегаттар уларҙа әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәтендә эшләгән бик күп кешеләр менән осрашып, практик мәсьәләләр буйынса һөйләшеп өлгөрҙөм, шуға күрә был съезд бөтә яҡтан да файҙалы,  — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.