Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһы ҡарамағындағы Юғары совет составына инде

Сәйәсәт

26 майҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең XIII съезы партияның Юғары һәм Генераль советтары составын раҫланы.

Юғары советтың яңы составына 91 кеше инде. Партия рәйесе Дмитрий Медведев тәҡдиме буйынса туғыҙ вакантлы урын ҡалдырылды. Юғары советтың яңы составын раҫлау өсөн, бер кешенән тыш, барлыҡ делегаттар тауыш бирҙе, тауыш биреүҙән баш тартҡандар булманы.

Юғары совет составына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та инде.

Партияның төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников, «Берҙәм Рәсәй» партияһы яҡлыларҙың төбәк советы рәйесе, БР Йәмәғәт именлеге советы секретары Марат Мәһәҙиев һәм партияның Бәләбәй районындағы «Баймырҙа» түбәнге бүлексәһе секретары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Нәбиева «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть