11 декабрь, Йәкшәмбе

25 май 2012 йыл, 17:31

БДПУ психологтары берҙәм дәүләт имтихандары алдынан консультация үткәрәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Дүшәмбе, 28 майҙа, берҙәм дәүләт имтихандарының төп ағымы башлана. Ошоға бәйле М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Психологтар кәңәш итә» акцияһын үткәрә.

Матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, университеттың юғары квалификациялы белгестәре абитуриенттар өсөн онлайн-консультация үткәрәсәк. Улар имтихан алдынан ҡаушау, ҡурҡыу тойғоларын бөтөрөү, ваҡытты дөрөҫ планлаштырыу, үҙеңдең мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһалау тураһында һөйләйәсәк. Бынан тыш, психологтар ҡабул ителгән барлыҡ һорауҙарға яуап бирәсәк. Һорауҙарҙы уҡыу йортоноң сайтына инеп, «Ҡабул итеү комиссияһы. Онлайн-консультациялар» бүлегендә ҡалдырырға була. Консультация 30 майҙа 15 сәғәттә башлана.