Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XIII съезында ҡатнашыусы Фәриҙә Нәбиева: «Партияға кандидаттар һайлау етдиерәк һәм яуаплыраҡ үтергә тейеш»

Сәйәсәт

— «Берҙәм Рәсәй»ҙең XIII съезы һөҙөмтәләре яҡшы булмаҡсы, — тине форумда ҡатнашыусыларҙың береһе, Бәләбәй районының «Баймырҙа» түбәнге бүлексәһе секретары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Нәбиева.

Ул бындай кимәлдәге форумда тәүгә ҡатнашыуы хаҡында әйтте. «Форум ныҡлы тәьҫир итә, сөнки съезда бихисап билдәле кеше ҡатнаша һәм бында ил өсөн мөһим булған мәсьәләләр тикшерелә», тине ул.

— Беҙҙең түбәнге ойошма бәләкәй. Шуға күрә әүҙемерәк булырға һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә күберәк йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Беҙҙең ауылда партияға инергә теләгән йәштәр әҙ түгел. Был тәүмаҡсат булып тора, — тип иҫәпләй Фәриҙә Нәбиева. Шул уҡ ваҡытта «партияға кандидаттар һайлау етдиерәк һәм яуаплыраҡ үтергә тейеш», тине съезда ҡатнашыусы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть