5 декабрь, Дүшәмбе

25 май 2012 йыл, 16:54

Балаларҙы яҡлау көнөндә юристар бушлай консультацияларға саҡыра

автор: Эльмира Сабирова

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостен бүлексәһе «Балалыҡ һәм яуаплы ата-әсәлек хоҡуҡтарын яҡлауҙың юридик аспекттары» акцияһын үткәрә. Уның сиктәрендә республиканың билдәле юристары теләге булғандарҙың барыһына ла бушлай консультациялар бирәсәк.

Был көндө Өфөнөң Еңеү урамы, 26а адресы буйынса урынлашҡан Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа, шулай уҡ Цюрупа урамы, 104 адресы буйынса «Мәрхәмәт» хәйриә фондына һәм Октябрь революцияһы, 73/1 адресы буйынса һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Консультациялар иртәнге 10-дан 16 сәғәткә тиклем үткәрелә. Һорауҙарға бүлексә рәйесе, полиция генерал-майоры, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәтшин, БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов, юридик фәндәр докторы, Башҡорт дәүләт университетының граждандар хоҡуғы кафедраһы доценты Денис Кархалев яуап бирә.

Йәнә 14 — 16 сәғәттәрҙә ҡыҙыу линия ла эшләйәсәк. Телефоны: 240-32-10, шылтыратыусылар менән юрист-практик Артур Мөҡсинов аралашасаҡ.

Скайп (GBURSP) буйынса онлайн режимында ошо уҡ ваҡытта Ричард Садиҡов та консультациялар бирә.

Һорауҙарҙы 1 июнгә тиклем gurspmetod@ya.ru электрон почтаһына ла ебәрәргә мөмкин.