6 декабрь, Шишәмбе

25 май 2012 йыл, 16:40

Рөстәм Хәмитов Финляндия парламентарийы Йоуко Скиннари менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

25 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндия Республикаһы Милли парламенты финанс комитетының бүлек рәйесе, парламенттың «Финляндия – Рәсәй» төркөмө етәксеһе Йоуко Скиннари менән эш осрашыуы үткәрҙе. Парламентарий Башҡортостанға танышыу визиты менән килгән Финляндияның Милли парламенты делегацияһын етәкләй.

Рөстәм Хәмитов менән Йоуко Скиннари иҡтисад, сәнәғәт, фән һәм мәғариф өлкәләрендә эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика етәкселеге һуңғы ваҡытта Финляндия вәкилдәре менән йыш осраша, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Бындай бәйләнештәрҙе үҫтереүебеҙгә шатбыҙ. Сәнәғәт производствоһы, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү – был йүнәлештәрҙең барыһы ла беҙҙе ҡыҙыҡһындыра, — тине Президент. Уның фекеренсә, Финляндия менән Рәсәй Федерацияһы араһында бәйләнештәрҙе нығытыу, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тауарҙар әйләнеше әлегә ҙур түгел, яҡынса 200 миллион доллар, шул уҡ ваҡытта был күләмдең 90 проценты – Финляндияға беҙҙең республиканан яғыулыҡ поставкалау, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙе был хәл ҡәнәғәтләндермәй. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү өсөн бер нисә йүнәлеш тәҡдим итергә теләйем. Был түбән сортлы ағасты һәм ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү. Берлектә минераль сеймал табыу һәм эшкәртеү мәсьәләләре лә беҙҙе ҡыҙыҡһындыра. Энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркын булдырыуҙа Финляндия партнерҙары резидент булараҡ ҡатнашһа, бик шат булыр инек. Беҙҙе шулай уҡ юл төҙөлөшө мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Финляндияның тәбиғәт шарттары беҙҙекенә оҡшаш. Әммә Финляндиялағы юлдар беҙҙекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Һеҙҙең менән туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә теләр инек. Бындай хеҙмәттәшлек һәм дилог өсөн беҙ асыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Үҙ сиратында Йоуко Скиннари Финляндияның, башҡа күп илдәр кеүек үк, яңы партнерҙар эҙләргә мәжбүр булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, «нисек кенә сәйер тойолмаһын, әммә әлеге иҡтисади хәл, финанс пирамидалары шуға килтерә: яйлап сәнәғәткә ҡайтыу беҙҙең өсөн йәнә отошло була башланы». Финляндия ҡунағы билдәләүенсә, уларҙа ағас эшкәртеү производствоһы үҫешкән. Бынан тыш, Йоуко Скиннари фекеренсә, тау сеймалын табыу сәнәғәте, юл төҙөлөшө һәм юл инфраструктураһы, шулай уҡ нефть эшкәртеү һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә була.