Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең XIII съезында ҡатнаша

Сәйәсәт

Башҡортостан делегацияһы «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең XIII съезында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә килде. 17 делегаттан тыш, уның составына партияның беренсел бүлексәләренең етәкселәре лә ингән.

25 майҙа Манежда, дискуссион майҙансыҡтар ултырышында, делегаттар, съезд ҡунаҡтары, эксперттар партия эсендәге демократия, конкуренция һәм дискуссиялар мәсьәләләренә ҡағылышлы төбәктәрҙән килгән тәҡдимдәрҙе тикшерәсәк. Секцияларҙың һәр береһендә 200 — 250 кеше буласаҡ, һәр платформанан өсәр вәкилдең сығыш яһауы планлаштырыла.

Вәкәләттәрен биш йылға тиклем оҙонайтырға тәҡдим ителгән «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль советының эш тәртибе тураһындағы мәсьәлә буйынса етди фекер алышыу көтөлә. Бынан тыш, партия уставында партия эсендәге дискуссиялар тураһындағы положение индереүгә бәйле нормалар ҙа ҡараласаҡ.

Съезд үҙе шәмбе, 26 майҙа, үтә. Унда өс меңдән ашыу кеше: 671 делегат, 1600 самаһы ҡунаҡ, 30 сит ил делегацияһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана.

Кадрҙар мәсьәләһе съездағы төп темаларҙың береһе буласаҡ, сөнки партияның үҙәк идара органдарының барыһы ла дүрт йылға һайланған һәм әле уларҙың срогы бөтә. Идара органдарына — партияның Генераль һәм Юғары советтарына һайлауҙар үтәсәк.  

Съездағы төп тема — «Берҙәм Рәсәй» рәйесе мәсьәләһе. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 24 апрелдә, партия етәкселеге менән осрашыу барышында, Владимир Путин инаугурациянан һуң партия рәйесе вәкәләттәренән баш тартырға теләүе хаҡында белдергәйне. Партияны Дмитрий Медведев етәкләргә ризалашты. Был турала ул 27 апрелдә «Берҙәм Рәсәй»ҙең активы менән осрашҡанда белдерҙе.

22 майҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе рәсми рәүештә партияға инде.

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең XIII съезын федераль, төбәк һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларының йөҙләгән вәкиле яҡтырта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть