9 декабрь, Йома

25 май 2012 йыл, 16:05

Өфөнөң иң яҡшы ихатаһына бүләккә байрам ойоштороласаҡ

автор: "Башинформ"

Ufa1.ru сайты Өфөнөң иң яҡшы ихатаһына конкурс иғлан итте. Ошо рәүешле сайт Өфө халҡының иғтибарын ҡалабыҙҙың таҙалығы темаһына йәлеп итергә теләй.

Конкурс «Таҙа ҡала» проекты сиктәрендә старт ала, ул Ufa1.ru сайтының биш йыллыҡ юбилейын байрам итеүгә арнала.

— Барыһына ла таҙа, төҙөк, сүп-сарһыҙ урамдарҙы күреүе ҡыуаныслы, әммә эргә-тирәнең таҙа булыуы, тәү сиратта, һәр кешенең йәшәгән урынына ниндәй мөнәсәбәттә булыуынан тора, – тип билдәләй Ufa1.ru сайтының директоры Евгения Миңлебаева. – Шуға күрә беҙ ҡала халҡы араһында иң төҙөк ихатаға конкурс иғлан итергә ҡарар иттек.

21 июнгә тиклем теләге булған һәр кеше сайтҡа ихатаһының һәм подъезд биҙәлешенең фотоһүрәттәрен ебәрә ала. Ufa1.ru командаһы бер заявканы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Иң матур һәм бөхтә ихатала балаларға уйын майҙансығы ҡуйыласаҡ, ә бында йәшәүселәр өсөн байрам ойоштороласаҡ.

темалар: байрам