6 декабрь, Шишәмбе

25 май 2012 йыл, 15:40

Башҡортостан Хөкүмәте менән Федераль урман хужалығы агентлығы хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Федераль урман хужалығы агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Федераль урман хужалығы агентлығының сайтында хәбәр ителеүенсә, документҡа Агентлыҡ етәксеһе Виктор Масляков һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйған.

Килешеү яҡтарҙың урман мөнәсәбәттәре өлкәһендәге үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә ҡағыла. Бында, тәү сиратта, 2012 йылға урмандарҙы һаҡлау, яҡлау һәм тергеҙеү тураһында һүҙ бара.  

Бынан тыш, документ урман хужалығы белгестәрен уҡытыуға, квалификацияһын күтәреүгә һәм ҡайтанан уҡытыуға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Федераль урман хужалығы агентлығы төбәктәрҙәге урман профилендәге урта һөнәри белем биреү учреждениеларын уҡытыу-методик яҡтан тәьмин итеүҙә ҡатнашырға йөкләмә ала.