7 декабрь, Шаршамбы

25 май 2012 йыл, 14:53

Башҡортостанға Финляндия Республикаһының Милли парламенты делегацияһы килде

автор: Марина Шумилова

25 майҙа Башҡортостанға Финляндия Республикаһының Милли парламенты делегацияһы визит менән килде. Делегация составында Финляндия Республикаһы Милли парламенты финанс комитетының бүлек рәйесе, Рәсәй менән дуҫлыҡ клубы рәйесе Йоуко Скиннари, «Европа хоккей сервисы» (European Hockey Service Oy) акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владислав Грищинцов, «Понссе» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Вилле Сиеккинен, Йоуко Скиннариҙың шәхси ярҙамсыһы Наталья Кюльманен бар.

25 майҙа Финляндия парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге менән осрашты, Башҡортостан парламенты эшмәкәрлеге менән танышты. Визиттың рәсми программаһында шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө епархияһы етәксеһе, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров менән осрашыуҙар ҡаралған. Делегация Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы етәкселеге менән дә осрашасаҡ.

Финляндия ҡунаҡтары Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты ҡарамағындағы Археология һәм этнография музейына, «Аҡбуҙат» ипподромына барасаҡ.

26 майҙа Финляндия парламентарийҙары Мәләүез районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнаша.