4 декабрь, Йәкшәмбе

25 май 2012 йыл, 11:36

Рөстәм Хәмитов Юғары хоккей лигаһы турнирында еңгән «Торос»ты ҡотланы

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Йома, 25 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Нефтекаманың «Торос» командаһы уйынсылары  һәм тренер-етәкселәр штабы менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Нефтекама клубы Рәсәй Юғары хоккей лигаһы турнирында еңеп, Братина Кубогын яуланы.

Рөстәм Зәки улы был еңеүҙең республика өсөн үтә әһәмиәтле булыуын билдәләп, триумфаторҙарҙы чемпион исемен яулауҙары менән ҡотланы. Уның әйтеүенсә, әгәр элек барыһы ла башлыса «Салауат Юлаев» өсөн көйһә, хәҙер «Торос»тың еңеүе лә көйәрмәндәргә ыңғай тәьҫораттар бүләк иткән.

Рөстәм Хәмитов Төмәндең «Рубин»ына ҡаршы финал серияһындағы бөтә уйындарҙы ла ҡарауын, Башҡортостан командаһының еңеүенә ышанһа ла, ныҡ борсолоуын йәшермәне.

Республика Президенты Юғары хоккей лигаһы чемпиондарын бүләкләү тураһында бер нисә Указға ҡул ҡуйған һәм әле осрашыуға килгән хоккейсыларға һәм уларҙың остаздарына шәхсән үҙе бүләктәр тапшырҙы.  

«Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән «Торос» хоккейсыһы Артем Зубарев наградланды.

Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамоталарын Президент ҡулынан клуб уйынсылары Сергей Карпов менән Анатолий Степанов алды.

Ҡасандыр «Салауат Юлаев»тың һөжүмсеһе булған «Торос»тың хәҙерге баш менеджеры Дмитрий Денисовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» исеме бирелде.  

БР Президентының Рәхмәт хаттары менән Нефтекама клубының баш тренеры Руслан Сөләймәнов һәм өлкән тренер Альфред Юнысов билдәләнде.

Боҙ батырҙары яуап һүҙендә, республика етәкселеге тарафынан ярҙам булмаһа, еңеү ҙә булмаҫ ине, тип белдерҙе.