5 декабрь, Дүшәмбе

25 май 2012 йыл, 12:04

Марсель Сәлимов «Алтын ҡаурый» халыҡ-ара шиғриәт конкурсы дипломанты булды

автор: Әлим Фәйезов

Мәскәүҙә IX «Алтын ҡаурый» халыҡ-ара шиғриәт конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы булды. Конкурс Рәсәй Яҙыусылар союзы, баш ҡаланың Мәҙәниәт департаменты, Мәскәү социаль-мәҙәни программалар институты һәм «Академика» фәнни-нәшриәт үҙәге менән булдырылған. Яҡташыбыҙ, билдәле башҡорт шағиры Марсель Сәлимов «Рәсәй халыҡтарының иң яҡшы шиғырҙары» номинацияһында еңеүсе тип танылды, һәм уға тейешле диплом тапшырылды.

Ижади бәйге йомғаҡтары буйынса жюри һайлап алған әҫәрҙәр махсус йыйынтыҡта баҫтырыласаҡ, улар менән бергә баҫмала халыҡ-ара һынлы сәнғәт күргәҙмә-конкурсында еңеүсе рәссамдарҙың эштәре урынлаштырыласаҡ. Мәскәү социаль-мәҙәни программалар институты менән әҙерләнгән яңы альманахта Марсель Сәлимовтың сатирик һәм юмористик шиғырҙары урын алған. Конкурсты ойоштороусылар еңеүселәрҙең шиғырҙарын үҙҙәренең мәҙәни-ағартыу проекттарында ҡулланырға хоҡуҡлы.