3 декабрь, Шәмбе

25 май 2012 йыл, 11:15

25 майҙа Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау шылтыраясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

25 майҙа Рәсәйҙең мәғариф учреждениеларында һуңғы ҡыңғырауҙар шылтыраясаҡ. Башҡортостанда 70 мең уҡыусы – 27 мең ун беренсе класс уҡыусыһы һәм 43 мең туғыҙынсы класс уҡыусыһы мәктәпте тамамлай.

Уҡыу йылы тамамланыу менән балаларҙы республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡотланы. Ведомство башлығының сәләмләү хатында былай тиелә: «Тағы бер уҡыу йылы тамамлана. Тулҡынландырғыс мәл – һуңғы ҡыңғырау шылтырай, уҡытыусылар һәм класташтар менән хушлашыу. Һеҙгә, мәктәпте тамамлаусыларға, буласаҡ һөнәр, уҡыу йортон һайлау буйынса киң мөмкинлектәр бирелгән. Һәм был мөмкинлектәр менән дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Күпселек йәһәттән буласаҡ тормош юлығыҙ һәм профессиональ карьерағыҙ һеҙҙең һайлауҙан, әҙерлек кимәленән, тырышлыҡтан тора. Мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһына ла имтихандарҙы уңышлы тапшырыуын, тормошта дөрөҫ юл һайлауын, был юлда изгелеккә, дөрөҫлөккә һәм үҙ көстәренә ышанып атлауын теләйем. Уҡытыусыларығыҙ һәм ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең менән ғорурланһын».

Бөгөн мәктәптәрҙә тантаналы саралар һәм концерттар үтә. 18 сәғәттә Өфөлә дөйөм ҡала яҙғы сығарылыш кисәһен үткәреү планлаштырыла.

Әммә дүшәмбе, 28 майҙа, йәнә берҙәм дәүләт имтихандары старт ала. Тәүге һынауҙар – информатика, биология һәм тарих буйынса. 31 майҙа – рус теленән мотлаҡ имтихан, 4 июндә — сит телдәрҙән һәм химиянан, 7 июндә — математика буйынса икенсе мотлаҡ имтихан, 13 июндә — йәмғиәтте өйрәнеү һәм физиканан, 16 июндә география һәм әҙәбиәттән имтихандар була.

Сығарылыш кисәләре 23 июнгә билдәләнгән.