5 декабрь, Дүшәмбе

25 май 2012 йыл, 9:16

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Благовещен районында булды

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Кесаҙна, 24 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Благовещен районында булды.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Яңы Надеждин ауылында Президент яңы уңышты ҡабул итеүҙә әҙерләнгән «Нива» ауыл хужалығы производство кооперативының ырҙын табағы эшмәкәрлеге менән танышты. Ауыл хужалығы предприятиеһы һөт малсылығында, ужым һәм яҙғы культуралар, күп йыллыҡ үләндәр сәсеүҙә  махсуслашҡан. Бында 150 кеше эшләй.

Рөстәм Хәмитов аграрийҙарға ит малсылығы менән шөғөлләнергә кәңәш итте. 23 майҙа Брянск өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән «Ит малсылығын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында»ғы кәңәшмәлә, Рәсәйҙәге эре малдың ни бары ике проценты ит әҙерләү маҡсатында үрсетелә, тип билдәләнгән. Шуға күрә был йүнәлеште перспективалы тип иҫәпләргә мөмкин. Әммә фермерҙар Президентҡа, Башҡортостанда эре ит комбинаттарының береһе лә урындағы етештереүселәрҙең итен ҡабул итмәй, предприятиелар ситтән килтерелгән сеймал менән эшләүгә өҫтөнлөк бирә, тип хәбәр итте.

Рөстәм Хәмитов һөт баҙарындағы конъюнктура менән дә ҡыҙыҡһынды. Һөткә хаҡтарҙың динамикаһы ла фермерҙар файҙаһына булмауы асыҡланды. «Хужалыҡты иҡтисади хәүефтәрҙән страховкалау өсөн, ауыл хужалығы производствоһын диверсификацияларға, бер юлы бер нисә йүнәлеште үҫтерергә кәрәк», – тине Рөстәм Хәмитов.

Ошо уҡ хужалыҡта Башҡортостан Президенты һөтсөлөк-тауар фермаһының йәйләүен ҡараны. Унда Благовещен районының эре фермер хужалыҡтары етәкселәре менән осрашты. Рөстәм Хәмитов улар менән 2012 йылда күпме уңыш көтөлөүен, аграр секторға техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға субсидиялар биреү мәсьәләһен, тармаҡтың иҡтисади күрһәткестәрен тикшерҙе. Башҡортостан Президенты республиканың агросәнәғәт комплексын юғары өҫтәмә ҡиммәт менән продукция сығарыуға йүнәлтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рөстәм Хәмитовтың: «Ауыл хужалығында өҫтәп яҙыуҙарҙы бөтөрөп булдымы?», – тигән һорауына фермерҙар аныҡ ҡына яуап ҡайтарманы.

Республика башлығы ир-егеттәрҙең Изге Георгий монастырында булды һәм монастырь биләмәһендәге яңы ғибәҙәтхана төҙөлөшөн ҡараны. Подряд ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, бөтөн эштәр ҙә ике ай эсендә тамамланырға тейеш.