Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Урал моңо-2012» конкурсында еңеүсе ТӨРКСОЙ-ҙан 3 мең доллар аласаҡ

Йәмғиәт

Кисә Өфөлә төрки йәштәрҙең XVI «Урал моңо» конкурс-фестивале башланды. Башҡорт дәүләт филармонияһында бәйгенең беренсе туры үтте. «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Байрас Ишбирҙин хәбәр итеүенсә, конкурстан тыш, артистарҙы мәҙәни программа ла көтә: Иглин районына ҙур концерт менән барыу, теплоходта йөрөү, Бүздәк районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнашыу.

«Урал моңо — 2012» гала-концерты 26 майҙа 18 сәғәттә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтә. Инеү – саҡырыу билеттары буйынса. Интернет менән ҡулланыусылар концертты WWW.URALMONO.RU сайтында ҡарай ала. Гран-при яулаусы, төп наградаларҙан тыш, ТӨРКСОЙ-ҙан махсус приз — өс мең АҠШ доллары аласаҡ.

— Бер сәхнәлә барлыҡ төрки телле халыҡтарҙы йыйырға теләр инек, — тип фестивалдең маҡсатын иҫкә төшөрҙө Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.

— Беҙҙең фестивалдең мөхите башҡаларҙыҡынан айырылып тора, — тине ижади конкурс жюрийы рәйесе композитор Урал Иҙелбаев. – Уның маҡсаты – конкурентлы көрәш түгел, ә дуҫтарса йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа.

Журналистар менән осрашыуҙа артистар ҙа булды. Төрки илдәр делегаттары милли костюмдарҙа килеп, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең туған телдәрендә сәләмләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть