6 декабрь, Шишәмбе

24 май 2012 йыл, 17:53

22 июндә Өфөлә Башҡортостандың йәш парламентарийҙары слеты үтә

автор: Марина Шумилова

22 июндә Өфөлә йәш парламентарийҙар – Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары слеты үтә. Бындай ҡарар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының икенсе ултырышында ҡабул ителде. Тәжрибә уртаҡлашыу, Башҡортостанда йәштәр парламентаризмын үҫтереү буйынса эшмәкәрлекте көйләү, Йәштәр советтарының республика Йәштәр палатаһы, дәүләт власы органдары, Йәштәр парламенттары ассоциацияһы һәм Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән килешеп эш итеүен нығытыу слеттың төп маҡсаттары булып тора.

Слет алдынан Йәштәр палатаһы рәйесе Николай Самойленко, Палата комиссиялары рәйестәре Башҡортостандың 27 район һәм ҡалаһында Йәштәр советтары ағзалары менән күсмә ултырыштар үткәрҙе. Уларҙа йәштәрҙе борсоған бихисап көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.