11 декабрь, Йәкшәмбе

24 май 2012 йыл, 17:34

Республиканың өсөнсө саҡырылыш Йәштәр палатаһының икенсе ултырышы үтте

автор: Марина Шумилова

24 майҙа Өфөлә, төбәктең Дәүләт Йыйылышы йортонда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының икенсе ултырышы үтте.

Йәштәр палатаһы ағзалары рәйес Николай Самойленконың Йәштәр палатаһы комиссиялары эшмәкәрлеге тураһындағы сығышын тыңланы, Йәштәр палатаһы етәкселеге республиканың ҡала һәм райондарында үткәргән күсмә ултырыштар һөҙөмтәләрен тикшерҙе, шулай уҡ йәш парламентарийҙар – Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары слетына, йыл һайын үткәрелеүсе «Мин — граждан» йәштәр форумына әҙерлек мәсьәләләрен ҡараны.

Ултырышта Йәштәр палатаһы башланғысы менән үткәрелгән «Мин – закон сығарыусы» республика норматив хоҡуҡи акттар конкурсында еңеүселәрҙең проекттарының презентацияһы үтте. Николай Самойленко был проекттар авторҙарына дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.