4 декабрь, Йәкшәмбе

24 май 2012 йыл, 17:05

Италия эшҡыуарҙары Башҡортостанда эшлекле партнерҙар эҙләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөгә Италияның Рәсәйҙәге илселеге һәм Рәсәйҙең Италиялағы Сауҙа вәкиллеге вәкилдәре Антонелла Мария һәм Ольга Амирян килде. Улар Башҡортостан бизнесмендары менән осрашыу үткәрҙе, шулай уҡ Өфөнөң мебель етештереү буйынса шәхси предприятиеларының береһендә булды.

Антонелла Мария һәм Ольга Амирян тәҡдим ителгән продукцияның юғары сифатын билдәләне. Өфө предприятиеһы эшмәкәрлеге менән таныштырыу Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек һәм сәнәғәт округтары буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң май-июнь айҙарында Өфөлә үтәсәк ХХ ултырышы алдынан ойошторолдо.

Италиянан хеҙмәттәштәр республика эшҡыуарҙары менән килешеп эш итергә, үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, технологиялары менән таныштырырға, Башҡортостан бизнесмендары менән берлектә предприятиелар асырға әҙер.