3 декабрь, Шәмбе

24 май 2012 йыл, 16:39

Баҡалы районында механизаторҙар араһында Һабансы конкурсы үтте

автор: Әлим Фәйезов

Баҡалы районында механизаторҙар конкурсы – Һабансы көнө үтте. Өс көн эсендә бығаса үҙләштерелмәгән 1300 гектарҙан ашыу ер һөрөлдө, 30 берәмек техника баҫыуҙарға сығарылды. Көн элгәре ярыштарға йомғаҡ яһалды. Сарала БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко булды. Ул иң яҡшы ҡатнашыусыларға приздар тапшырҙы: беренсе урын өсөн – ат, икенсе урынға – башмаҡ, өсөнсө урын яулаусыға – быҙау. Бөтә механизаторҙар аҡсалата премиялар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.

Баҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы йылдар эсендә конкурс ярҙамында районда 16 мең гектарҙан ашыу ер үҙләштерелгән.