9 декабрь, Йома

24 май 2012 йыл, 16:25

Парламентарийҙар төбәк башлығын туранан-тура һайлауҙы ойоштороуға бәйле закондарҙы камиллаштыра

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 52-се ултырышында депутаттар беренсе уҡыуҙа төбәк башлығын туранан-тура һайлауға бәйле бер нисә закондар сығарыу инициативаһын ҡабул итте.  

Төҙәтмәләр индереү кәрәклеге 2 майҙа «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма дәүләт власы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерелеүенә бәйләнгән. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, «Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында»ғы БР законына, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында»ғы республика законының етенсе статьяһына төҙәтмәләр индерергә кәңәш ителгән.

Федераль законда, РФ субъектының иң юғары вазифалы кешеһе дөйөм тиң һәм туранан-тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә РФ граждандарының йәшерен тауыш биреү юлы менән һайлана, тип билдәләнгән.

БР Конституцияһында әйтелеүенсә, Башҡортостан Президенты итеп 30 йәше тулған, пассив һайлау хоҡуғына эйә һәм РФ субъекты президентлығына кандидаттарға булған талаптарға яуап биргән РФ гражданы һайлана ала.  

Вазифаға ингәндә бирелгән БР Президенты антының тексына ла закондар сығарыуға бәйле ҙур булмаған төҙәтмәләр индерелде.

«Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында»ғы БР законындағы статьяларҙың береһе яңы норма менән тулыланды, уға ярашлы, БР Президенты вәкәләттәре БР биләмәһендә теркәлгән һайлаусыларҙың инициативаһы менән ваҡытынан алда туҡтатыла ала.

— Бөгөн беренсе уҡыуҙа бер-береһенә бәйле өс закон ҡабул ителде, — тине республика парламентының Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Сафин. – Федераль ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә бәйле, субъекттарҙа  субъект етәкселәрен һайлап ҡуйыу институты, йәғни төбәк башлығын туранан-тура һайлау индерелде. БР Конституцияһына БР-ҙа Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкилде тәғәйенләү һәм вазифаһынан бушатыу өлөшөндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың өҫтәмә вәкәләттәренә бәйле нормалар ҙа индерелде.

Билдәләп үтәйек, ваҡыттың сикләнгән булыуы арҡаһында үрҙә аталған БР закондарын тиҙ арала ҡабул итергә кәрәк ине. Федераль законға ярашлы, «Рәсәй Федерацияһы субъектының иң юғары вазифалы кешеһен (Рәсәй Федерацияһы субъектындағы дәүләт власының иң юғары башҡарма органы етәксеһен) һайлауҙы үткәреү тәртибен көйләүсе Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондарын ҡабул итеү» 2012 йылдың 1 июленә тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш».