Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Балаларҙы яҡлау көнө алдынан табип-физкультура диспансеры белгестәре барлыҡ теләүселәр өсөн консультация үткәрәсәк

Йәмғиәт

28 майҙан 1 июнгә тиклем Республика табип-физкультура диспансерында Асыҡ ишектәр көнө үтә.

9-16 сәғәттәрҙә белгестәр балаларға бушлай консультация үткәрә һәм физик культура менән шөғөлләнеү, дауалау физкультураһы, сәләмәт тормош, сынығыу, физик тәрбиә буйынса кәңәштәр бирә. Диспансерға килеүселәрҙе дауалау физкультураһы һәм спорт медицинаһы буйынса табип ҡабул итәсәк.

Бынан тыш, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнгән балалар медицина тикшеренеүе үтә ала.

Республика табип-физкультура диспансеры Блюхер урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан. Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге телефондар буйынса танышырға була: 233-01-14, 233-54-70, 235-60-07.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть