8 декабрь, Кесе йома

24 май 2012 йыл, 13:15

Башҡортостанда «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев кисә видеоселектор кәңәшмәһен үткәрҙе. «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыу БР Хөкүмәте Йортондағы видеоселекторҙа тикшерелгән төп мәсьәлә булды.

— 2012 йылда малсылыҡҡа ярҙам итеү буйынса күләмле программа старт ала. Ул тармаҡты технологиялар буйынса бөтөнләй яңы кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Эрнст Исаев. — Бөгөн алдыбыҙҙа торған бурыс – көстәребеҙҙе дөрөҫ самалап, планлаштырылған эште көҙгә тиклем – малды ҡышлауға күсергәнгә ҡәҙәр тамамлау.

Вице-премьер әйтеүенсә, Башҡортостанда, дөйөм алғанда Рәсәйҙәге кеүек үк, һөтсөлөк фермаларын реконструкциялау буйынса ярайһы ҙур тәжрибә тупланған, ошоноң арҡаһында бынан ары күп хаталарға урын ҡалмаясаҡ.

22 майға ҡарата БР Ауыл хужалығы министрлығы республиканың 20 районынан заявкалар ҡабул иткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.  

Россельхозбанк менән РФ Һаҡлыҡ банкы 52 хужалыҡтың һөтсөлөк-тауар фермаларын реконструкциялау йәки яңыртыу буйынса инвестиция проекттарын кредитлауға заявкаларын ҡабул иткән, дүрт хужалыҡтың үҙенең средстволары бар. Әле уларға тоҡомло мал һайлау эштәре менән шөғөлләнергә кәрәк буласаҡ.

Үҙ сиратында, ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко видеоселекторҙа ҡатнашыусыларға программаны тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне. «500 ферма» программаһында ҡатнашыусыларға талаптар тураһында ентекләберәк Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан белергә мөмкин.