10 декабрь, Шәмбе

24 май 2012 йыл, 12:28

Эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3411 һумға тиң

автор: Галина Бахшиева

Эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме Башҡортостанда апрель айында 3411 һумды, йәғни эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 59 процентын тәшкил итте.  

Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшһеҙлек буйынса минималь күләмдә пособие алыусылар өлөшө — 38 процентты, иң ҙур пособие алыусылар 35 процентты тәшкил иткән.

1 майға ҡарата республиканың мәшғүллек хеҙмәтендә 28 меңгә яҡын эшһеҙ иҫәптә тора, шуларҙың 40 проценты – ауыл кешеләре.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостанда йәшәү минимумының күләме, уртаса алғанда, 2012 йылдың беренсе кварталында бер айға эшкә яраҡлы граждандар өсөн 5857 һумға етте. Балалар өсөн йәшәү минимумы әле — 5391 һумға, пенсионерҙар өсөн 4470 һумға тиң.