9 декабрь, Йома

24 май 2012 йыл, 12:24

Баш ҡалала бәләкәй кешенең ҙур проблемалары тикшерелде

автор: Людмила Терновая

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда йәштәрҙең көнүҙәк проблемаларына бағышланған түңәрәк өҫтәл үтте. Уның модераторы булып Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова сығыш яһаны.

— Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппаратының үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, мин бөтә Рәсәй өсөн хас булған, әммә быға ҡарамаҫтан, аңлайышһыҙ статистикаға тап булдым, — тип хәбәр итте Милана Скоробогатова. – 2011 йылда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 97 проценты – ололар. Йәмғиәттә балалар менән тура диалогҡа сығыу кәрәклеге өлгөрөп етеүен аңланым. Балаларҙың юридик белемен арттырыу, уларҙа тормошҡа етди ҡараш формалаштырыу, балаларҙы йәшәү мәғәнәһен аныҡ күрә белергә, маҡсаттар билдәләргә, бурыстарын ғына түгел, хоҡуҡтарын да белергә өйрәтеү зарурлығы көнүҙәк мәсьәләләр булып тора.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко билдәләүенсә, йәштәрҙең үҙҙәрен йәлеп итмәйенсә бөгөн уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү мөмкин түгел. Шуға күрә бындай түңәрәк өҫтәл проблемаларҙы хәл итеү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ була ала.

Был сара йәштәргә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында асыҡ әйтергә мөмкинселек бирҙе. Өфөнөң мәғариф учреждениеларында уҡыусылар, шул иҫәптән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр проекттар ярҙамында үҙҙәренең тәҡдимдәре менән таныштырҙы. Үҙ проблемалары хаҡында әйтеп, уҡыусылар уларҙы хәл итеү юлдарын да тәҡдим итте. Атап әйткәндә, Эмиль Сыңғыҙов төбәктә балалар һәм үҫмерҙәр хәүефһеҙлеген тәьмин иткән үҙәктәр булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте. Унда психологик, консультацион ярҙам күрһәтә алырлыҡ белгестәр эшләргә тейеш, тип иҫәпләй ул.

Фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе мәктәп программаһына «Психология» дәресен индерергә тәҡдим итте.

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова һүҙҙәренсә, мөрәжәғәт формаһында төҙөләсәк резолюция фекер алышыу йомғағы булып торасаҡ. 1 июндә ул халыҡҡа уҡып ишеттереләсәк.