8 декабрь, Кесе йома

24 май 2012 йыл, 12:17

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙәге Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашасаҡ

автор: Марина Шумилова

Рәсәй балалар фондының Республика бүлексәһе йыйған Башҡортостан балалары делегацияһы Рәсәй балалар фондының Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сараларында ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Балалар фонды рәйесе Нина Федянинаның әйтеүенсә, делегация составына 20 кеше ингән, шуларҙың 17-һе – Өфөлә аҫрауға алған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар. 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, улар Ҙур театрҙың хәйриә спектаклен ҡараясаҡ, Рәсәй балалар фондынан бүләктәр аласаҡ. Уларҙы Мәскәү буйлап мауыҡтырғыс экскурсиялар, музейҙарға сәфәр, тиҫтерҙәре менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтә. Балалар Өфөгә 7 июндә ҡайта. Баш ҡалаға сәфәргә бәйле бөтә сығымдарҙы Рәсәй балалар фонды үҙ өҫтөнә алған.

Республиканың Балалар фонды һәм БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ла Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр өсөн «Ғаилә – йылы өй» байрамын ойоштора. Ул 30 майҙа Өфөләге «Домовенок» кафеһында үткәрелә. Йола буйынса 1 июндә республиканың Балалар фонды М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән берлектә Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында һәм Республика балалар клиник дауаханаһында дауаланған, шулай уҡ инвалид балалар өсөн Эске эштәр министрлығының Бәлиғ булмағандарҙы ваҡытлыса аҫрау үҙәгендә йәшәгән балаларҙы ҡотларға ниәтләй.