9 декабрь, Йома

24 май 2012 йыл, 11:57

Өфөнән хәҙер Киевҡа осорға мөмкин

автор: Любовь Колоколова

Оҙайлы тәнәфестән һуң, 26 майҙан алып Украинаның баш ҡалаһы – Киев менән авиабәйләнеш тергеҙелә. «Өфө» халыҡ-ара аэропортының маркетинг бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, рейс аҙнаһына бер тапҡыр, шәмбе һайын, «Ямал» авиакомпанияһы менән Boeing-737-500 самолетында башҡарыласаҡ. Өфөнән күтәрелеү ваҡыты —  11.10-ҙа (урындағы ваҡыт буйынса), Киевҡа самолет («Борисполь» аэропорты) 11.05-ҙа барып етә.

«Өфө» аэропортында аңлатыуҙарынса, Киев –  авиакомпания менән быйыл йәй асылған икенсе йүнәлеш. Когалымға даими рейстан тыш, авиакомпания Геленджик, Сочи, Анапа ҡалаларына рейстар башҡара. Ханты-Манси автономиялы округы ҡалаларына традицион рейстар ҙа үҙгәрешһеҙ ҡалған.