Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Бәләбәй районында бөгөн славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте байрамы билдәләнә

Йәмғиәт

24 майҙа Бәләбәй районында «Өсән-Ивановка» тарих-мәҙәниәт үҙәге менән ойошторолған славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте байрамы үтә.

Үҙәк методисы Андрей Аксеновтың «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, Бәләбәй районындағы был байрам йыл һайын ойошторола. Театрлаштырылған тамаша форматында ҡунаҡтарға әлифба төҙөү тарихы, күренекле славян мәғрифәтселәре Кирилл менән Мефодий тураһында бәйән ителә. Байрам программаһында рус халыҡ йырҙарын башҡарыу, әлифбаға һәм уны төҙөүселәргә бағышланған шиғырҙар һөйләү, тематик уйындар үткәреү ҡаралған. Йола буйынса байрамға эргә-тирәләге ауылдарҙың халҡы, иң элек, мәктәп уҡыусылары килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть