7 декабрь, Шаршамбы

24 май 2012 йыл, 10:54

Республикала 19 мең кеше яңы һунарсы билеттары алған

автор: Галина Бахшиева

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 19 мең кеше берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеттары алған. Рәсәй буйынса дөйөм алғанда һунарсыларға таратылған яңы өлгөләге билеттар иҫәбе бер миллиондан ашып киткән.

Берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билеттары бушлай бирелә, уларҙың ҡулланыу ваҡыты сикләнмәгән. Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының сайтында хәбәр ителеүенсә, РФ субъектының вәкәләтле башҡарма власть органына тейешле документтарҙы тапшырып, һунарсы билетын биш эш көнө дауамында шәхсән үҙеңә барып алырға кәрәк.

Бынан тыш, граждандар документтарын үҙҙәре килеп тапшыра алмай икән, уларҙы почта аша ла ебәрергә мөмкин.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, РФ субъекттарының власть органдары граждандарҙан язаға тарттырылыуы-тарттырылмауы тураһында белешмә, шулай уҡ дәүләт власы органдары ҡарамағында булған башҡа төрлө документтар талап итеүгә хоҡуҡлы түгел.

Шул уҡ мәлдә ағзалыҡ һунарсы билеты берҙәм һунарсы билеты тапшырғанда тартып алынмай, гражданда ҡала һәм ойошма ағзалары уның менән йәмәғәт ойошмаһы менән бирелгән төрлө льготаларға хоҡуғы булыуын раҫлаусы документ булараҡ файҙалана ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда бөгөн 35-45 мең һунарсы бар. Шуныһы мөһим: яңы билеттар бирелгәндә дәүләт һунарсылыҡ хужалығы реестрына һунарсылар тураһында мәғлүмәт индерелә. Уның ярҙамында төбәктә йәнлектәр донъяһынан файҙаланыусыларҙың аныҡ иҫәбен алырға мөмкин буласаҡ.

Төбәктәге һунарсыларының теүәл иҫәбе быйыл йәй билдәле буласаҡ. Тап ошо ваҡытҡа, аныҡлап әйткәндә, 1 июлгә ҡарата, һунарсыларҙың барыһы ла тиерлек иҫке билеттарын яңыһына алмаштырып бөтәсәк. Сөнки алдағы көҙ миҙгелендә федераль өлгөләге билет алғандарға ғына йәнлек аулауға рөхсәт биреләсәк.