11 декабрь, Йәкшәмбе

24 май 2012 йыл, 10:31

31 майҙа Өфөлә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан хәйриә концерты ойошторола

автор: Марина Шумилова

31 майҙа Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлеге ярҙамында «Шаян» халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Бөтә балаларға ла – бәхетле бала саҡ!» хәйриә концертын үткәрә. Ул Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала.

Концерт Өфөнөң С.Т.Аксаков исемендәге баҡсаһында үткәрелә. Унда «Шаян» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Майҙан» фольклор ансамбле, башҡорт эстрадаһы йырсылары, Өфө технология һәм дизайн колледжы, «Joker» сағыу ваҡиғалар агентлығы ҡатнашасаҡ.

Сара дауамында йыйылған аҡса Өфө районының Алексеевка ауылындағы Коррекцион педагогика үҙәгенә йүнәлтеләсәк.