Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө темптары арта

Иҡтисад

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 2012 йылдың ғинуар-апрелендә 4200 фатир сафҡа индерелгән. Уларҙың дөйөм майҙаны — 403,8 мең квадрат метр, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 110,1 процентты тәшкил итә.

Быйыл төҙөлгән торлаҡтың төп өлөшө әүәлгесә шәхси төҙөүселәргә тура килә. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында кешеләрҙең үҙ аҡсаһына һәм кредиттар ярҙамында сафҡа индерелгән торлағы 85,9 процентты тәшкил иткән. Граждандар дөйөм майҙаны 346,8 мең квадрат метрлыҡ 3255 йорт төҙөгән.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, йыл башынан алып ауыл ерендә дөйөм алғанда 218 мең «квадрат» торлаҡ йорт төҙөлгән. Ҡала ерендә – 185 мең. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан 2012 йылдың дүрт айында файҙаланыуға тапшырылған йорттар буйынса – өсөнсө, йәш башына торлаҡты сафҡа индереү буйынса бишенсе урында тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть