Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә малсылыҡты үҫтереү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты

Сәйәсәт

23 майҙа Брянск өлкәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә ит малсылығын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Кәңәшмәлә, ит малсылығы илдә эре агросәнәғәт холдингтары булдырыу юлы менән барырға тейеш, тип билдәләнде. Ошоға бәйле Дмитрий Медведев, Хөкүмәт малсылыҡ комплекстары төҙөүгә алынған оҙайлы сроклы кредиттарҙың процент ставкаларын субсидиялау мәсьәләһен, шулай уҡ эре малсылыҡ проекттарын тормошҡа ашырғанда инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар бүлеү мөмкинлеген тикшерә, тип хәбәр итте.  

Кәңәшмәлә сығыш яһап, Премьер-министр Рәсәйҙә иң эре сит ил етештереүселәренең ауыл хужалығы техникаһы производствоһын локалләштереүҙе арттырыу кәрәклеген дә билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть