6 декабрь, Шишәмбе

23 май 2012 йыл, 17:57

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы граждандарҙы яңы график буйынса ҡабул итә

автор: Сергей Захаров

Башҡортостандың икенсе саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы республикала дәүләт сәйәсәтен формалаштырғанда һәм уны ғәмәлгә ашырғанда граждандарҙың, шулай уҡ йәмәғәт берекмәләренең хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау маҡсатында граждандар ҡабул итеүҙе ойоштороу буйынса эштәрен дауам итә.

1 июндән 31 авгусҡа тиклем Йәмәғәт палатаһы ағзалары граждандарҙы дүшәмбе һайын 16-18 сәғәттәрҙә Өфө, Ленин урамы, 50 («Нефтсе» мәҙәниәт һарайы), 212-се бүлмә адресы буйынса ҡабул итәсәк.