6 декабрь, Шишәмбе

23 май 2012 йыл, 17:50

28 майҙа балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса ҡабул итеү ойошторола

автор: Тимур Рәхмәтуллин

28 майҙа РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә етем, атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың хоуҡтарын, законлы мәнфәғәттәрен һәм азатлығын яҡлау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола. Уны Өфө хакимиәтенең эштәр идарасыһы Искәндәр Сираев менән БР Муниципаль берәмектәр советының башҡарма директоры Рөстәм Исхаков ҡатнашлығында БР-ҙағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова үткәрә.

Башлана – 14 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы,100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.