4 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2012 йыл, 17:40

24 майҙа «Башинформ»да «Урал моңо – 2012» фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

24 — 26 майҙа Өфөлә төрки йәштәренең XVI «Урал моңо-2012» халыҡ-ара музыкаль конкурс-фестивале үтәсәк. Йола буйынса йыр марафонында Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Дағстандан, Ҡаҙағстандан, Башҡортостан, Хакасия, Тува, Алтай, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Саха (Якутия), Сыуашстан, Төркиәнән, Үзбәкстандан һәм Ҡарасәй-Черкес Республикаһынан йырсылар һәм ижади коллективтар ҡатнаша.

24 майҙа «Башинформ» агентлығында ойоштороусылар, жюри ағзалары һәм фестиваль конкурсанттары ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһы үткәрелә. Атап әйткәндә, журналистарҙың һорауҙарына БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Рәис улы Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Вәли улы Ишбирҙин, шулай уҡ жюри ағзалары: жюри рәйесе -  композитор, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Урал Мирас улы Иҙелбаев, Әхмәт Байтурсынов исемендәге Костанай дәүләт университетының  «Өнер» студияһы музыкаль етәксеһе Азамат Кабжалелулы Моҡатов, Рәсәй Федерацияһы йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Тува Республикаһының Бейеү спорты федерацияһы президенты Кызыл Калдар-оолович Куулар, Дағстандың Дәүләт хоры артисткаһы Фатима Явгайтар ҡыҙы Нурлыбаева яуап бирәсәк.

Матбуғат конференцияһы 15.00-дә башлана.

темалар: анонс