Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.96 ↑

EUR 61.38 ↓

1 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң ултырышына әҙер

Иҡтисад

Өфөлә 29 майҙан 1 июнгә тиклем сәнәғәт округтары һәм бәләкәй, урта бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң ХХ ултырышына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының кәңәшмәһе үтте. Унда был сараны үткәреүгә һәм уның регламентына бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, Башҡортостан эшҡыуарҙары Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң ултырышын ҡыҙыҡһынып көтә. Бөгөнгө көндә республиканың 40 муниципаль берәмегенән 300-ҙән ашыу эшҡыуар теркәлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, юбилейлы ултырыш сиктәрендә тематик түңәрәк өҫтәлдәр, ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса Италия менән Рәсәй эшҡыуарҙарының осрашыуҙарын үткәреү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть