4 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2012 йыл, 17:18

Баш ҡалала Федераль яза башҡарыу хеҙмәте ҡарамағындағы матбуғат хеҙмәттәренең бөтә Рәсәй форумы үтә

автор: Глеб Полиновский | фото: Виталий Федотов

Өфөлә Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең территориаль органдары һәм мәғариф учреждениеларының матбуғат хеҙмәттәре етәкселәре йыйылышы асылды.

Форумда ҡатнашыусылар киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән килешеп эш итеү мәсьәләләрен тикшерәсәк. 22 майҙа Өфөнөң Профсоюздар йортонда үткән сараны асыу тантанаһында Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Виктор Шалыгин, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең матбуғат бюроһы начальнигы Александр Кромин, Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Нина Федянина, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡарамағындағы мәғлүмәт советы рәйесе Азамат Сәйетов ҡатнашты.

Форум сиктәрендә семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ҡаралған.

Профсоюздар йортонда фотокүргәҙмә эшләй, ул яза башҡарыу хеҙмәтенең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, йәмәғәт һәм дини ойошмалар менән килешеп эш итеүе хаҡында һөйләй. Бынан тыш, форум барышында матбуғат хеҙмәттәре менән әҙерләнгән видеосюжеттар һәм фильмдар тикшереләсәк.

Йыйылыш сиктәрендә 25 майҙа VI «Тәртип һағында» бөтә Рәсәй енәйәт-башҡарыу системаһы эшмәкәрлеге хаҡында иң яҡшы журналист эшенә смотр-конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанһы үтә.