9 декабрь, Йома

23 май 2012 йыл, 17:01

«Электрон муниципалитет» форумында почтаның бер юлы тиҫтәләгән хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеге күрһәтелде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Штрафтар тураһында белергә, һалым буйынса бурыстарҙың күләмен асыҡларға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә, табипҡа ҡабул итеүгә яҙылырға –Башҡортостандың почта бүлексәләрендә хәҙер ошо һәм башҡа бихисап хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкин. Ауырғазы районында үткән «Электрон муниципалитет–2012» Бөтә Рәсәй форумында Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы белгестәре почта аша дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү мөмкинлеге менән таныштырҙы.

—    Интернетҡа тоташыу пункттары арҡаһында почта селтәре граждандарға, төрлө инстанцияларға йөрөмәйенсә, бер урында бихисап хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкинлек бирә, — тинеләр республика идаралығында. — Һәр почта бүлексәһендә квалификациялы бегестәр эшләй, улар кәрәкле хеҙмәтте һайларға һәм унан файҙаланырға ярҙам итәсәк. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр тураһындағы мәғлүмәттән тыш, бында гражданлыҡ, медицина ярҙамы, субсидиялар, мөлкәт мөнәсәбәттәре, һалым һәм йыйымдар, тәртип һаҡлау һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре тураһында ла белешергә була. Почта бүлексәләре аша Башҡортостан халҡы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙары менән дәүләт власы органдарына мөрәжәғәт итә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, элемтә, телевидение һәм интернет өсөн түләй ала. Бер нисә ҡалала табипҡа ҡабул итеүгә һәм Росреестр идаралығына документтар тапшырыуға яҙылыу ҙа ойошторолған. «Рәсәй Почтаһы»ның үҫешкән инфраструктураһы арҡаһында электрон хеҙмәттәрҙән бөтә граждандар ҙа файҙалана ала. Быға халыҡтың ҡайҙа йәшәүе лә, шул иҫәптән төпкөл ауылдарҙан булыуы ла ҡамасауламай.  

«Электрон муниципалитет» форумы ауылдарҙы мәғлүмәтләштереү мәсьәләләренә арналған. Иҫәп буйынса өсөнсө форумдың эшенә бөтә Рәсәйҙән йөҙҙән ашыу власть органдары вәкиле һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһе белгестәре йәлеп ителгән. Сарала ҡатнашыусылар IT-инфраструктураһын булдырыуға һәм уға ярҙам итеүгә муниципаль берәмектәр бюджеты сығымдарын ҡулайлаштырыу, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү, кадрҙар әҙерләү,  IT-хеҙмәттәрҙе һәм муниципалитеттарҙың мәғлүмәт-аналитика бүлектәрен һөҙөмтәле формалаштырыу һәм эшләтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.