3 декабрь, Шәмбе

23 май 2012 йыл, 16:25

«ИННОПРОМ-2012» форумында иҡтисадты модернизациялау алымдары тикшереләсәк

автор: Галина Бахшиева

12 -15 июлдә Екатеринбургта III Урал халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «ИННОПРОМ-2012» сәнәғәт һәм инновациялар форумы үткәрелә. Форумдың төп темаһы — «Технологиялар кеше өсөн: киләсәкте планлаштырабыҙ – киләсәк төҙөйбөҙ».

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «ИННОПРОМ–2012» форумының эш программаһы 30-ҙан ашыу төрлө түңәрәк өҫтәлдәрҙән һәм презентацияларҙан тора. Уларҙа ҡатнашыусылар алдағы бер һәм ун йылда донъяның, технологияларҙың, сәнәғәт һәм иҡтисадтың нисек үҙгәрәсәген, иҡтисадты һәм социаль өлкәне яңыртыу өлкәһендәге заман талаптарына яуап биреү өсөн компанияларға һәм дәүләткә ниндәй саралар күрергә кәрәклеген тикшерәсәк.

Фекер алышыуға Рәсәй Хөкүмәтенең һәм илдең алдынғы төбәктәренең етәкселәре, эре предприятиеларҙың башлыҡтары, танылған Рәсәй һәм сит ил эксперттары саҡырылған.

«Ҡыҙыу линияның» телефоны: 8-800-700-82-31 (Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай).

темалар: иннопром-2012