4 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2012 йыл, 16:13

25 майҙа баш ҡалала киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн семинарҙар үтә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн семинарҙар ойоштора. Ведомство ҡарамағында булған баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәренең һәм журналистарының профессиональ кимәлен күтәреү әлеге сараларҙың төп маҡсаты булып тора.

— 25 майҙа Өфөлә төрлө майҙансыҡтарҙа бер юлы өс семинар үтә, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. – Баш мөхәррирҙәр «Мәғлүмәт һәм пропаганда ярҙамында экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге» темаһы буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Баҫма матбуғаттың электрон версияһында эшләгән белгестәр өсөн «Район, ҡала, республика киң мәғлүмәт саралары сайттарының мөмкинлектәрен үҫтереү» семинары үтә. Иҡтисад темаһын яҡтыртыусы журналистар  «Башҡортостан халҡының финанс белемен арттырыуҙа киң мәғлүмәт саралары роле» семинарында ҡатнаша.