11 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2012 йыл, 16:11

Өфөнөң Пушкин урамындағы йорт һүтелергә тейеш

автор: Ғәлиә Нәбиева

Баш ҡаланың Пушкин урмындағы 130-сы күп фатирлы йорт авария хәлендә тип табылған һәм тиҙ арала һүтелергә тейеш. Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы Илдар Замалетдинов рәйеслегендә үткән ведомство-ара комиссия ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр республиканың торлаҡ өлкәһен күҙәтеү ведомствоһында.

Был күп фатирлы йорт Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендә иҫәпләнә. Республика Хөкүмәте ҡушыуы буйынса күҙәтеү ведомстволары йорттоң торошон тикшерҙе. Тикшереүгә тиклем ул кәмендә 90 йыл файҙаланылған. Унда ете кеше теркәлгән. Фатирҙар социаль найм килешеүе буйынса бирелгән булған.

Инспекция тикшереүе йорттоң 1917 йылға тиклем төҙөлөүен билдәләгән. Бында йәмғеһе 15 фатир булған. Әлеге ваҡытта өйҙә ике ғаилә йәшәй, башҡалары икенсе йорттарға күсерелгән. Йорт мәҙәни ҡомартҡы объекттарына инмәй.

Ҡаралған документтар — БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһының тикшереү акттары, «БашНИИстрой» институтының һығымтаһы һөҙөмтәһендә бина һүтелергә тейеш тип табылған.