4 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2012 йыл, 15:39

Килем ауылында шәжәрә байрамы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бүздәк районының Килем ауылы мәҙәниәт йортонда Рәсәй тарихы йылы сиктәрендә Шәжәрә байрамы үтте. Ул «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге менән ойошторолдо. Байрамда урындағы хакимиәт етәкселәре, ауыл халҡы, Килем урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, Мәскәүҙән һәм Татарстандан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Байрамда күп ғаиләләрҙең шәжәрәләре, төрлө стендтар тәҡдим ителде, матур концерт ойошторолдо. «Яҙғы тамсы» республика смотр-конкурсы дипломанты Илнур Халиков «Эх, алмаһы!» татар халыҡ йырын башҡарҙы. Шәжәрә байрамы күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.