3 декабрь, Шәмбе

23 май 2012 йыл, 15:28

БР Ауыл хужалығы министрлығы «500 ферма» программаһында ҡатнашыусы статусын биреү тураһында иғлан итә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға «Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» айырым маҡсатлы республика программаһында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу һәм уларға ҡатнашыусы статусын биреү өсөн конкурс иғлан итә. Ул республиканың ауыл хужалығы ойошмалары араһында үткәрелә.

Был программа республика Хөкүмәте менән апрель аҙағында раҫланды. Уны тормошҡа ашырыу иң кәмендә әле эшләп килгән 500 ауыл хужалығы ойошмаһының тотороҡло үҫешеүен, ауылда социаль тотороҡлоҡто тәьмин итәсәк, тип иҫәпләйҙәр БР Ауыл хужалығы министрлығында.

БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко һүҙҙәренсә, «500 ферма» программаһын ғәмәлгә ашырыу малсылыҡ объекттары эшмәкәрлеген бөтөнләй яңы кимәлгә сығарасаҡ. Шул уҡ ваҡытта һөт малсылығының сифат күрһәткестәре артасаҡ, сығымдар ҡулайлаштырыласаҡ.

Программаның яҡынса пландарына ярашлы, республикала һөт етештереү күләмдәре 2012 йылдағы 1750 мең тоннанан 2016 йылда 2220 мең тоннаға тиклем артырға тейеш. Производствола 26,9 процентлыҡ үҫеш көтөлә. Хеҙмәт етештереүсәнлеге иң кәмендә 25 процентҡа күтәрелергә тейеш.

Ҡатнашыу өсөн дәғүәселәргә раҫланған форма буйынса заявка һәм тулы документтар пакетын тапшырырға кәрәк. Уларҙың өлгөләре министрлыҡтың рәсми сайтында бирелгән.

Конкурс комиссияһы 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 237-се кабинет адресы буйынса эшләй, телефоны: (347)273-42-41.