Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Әлфис Ғаязов: «Башҡорт лицей-интернатын япмаясаҡбыҙ»

Йәмғиәт

«Ижтимағи электрон гәзит»тә Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән онлайн-конференция үтте. Күпселек һорауҙар милли-төбәк компонентына, атап әйткәндә, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылды. Закон буйынса федераль һәм төбәк компоненттары нисбәте 80 һәм 20 тәшкил итә, ошонан сығып уҡытыу планы төҙөлә, уға ярашлы һәр предмет БДИ тапшырыу өсөн етерлек күләмдә өйрәнелә, тине республиканың мәғариф министры.

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары ауылдарҙа аҙ комплектлы мәктәптәрҙе ябыу мәсьәләһен дә ҡуҙғатты. «Был йән башына ҡарап финанслауҙы индереүгә бәйле, — тип иҫкә төшөрҙө министр. – Хәҙер мәктәптең булыу-булмауы тулыһынса балалар һанынан тора. Икенсе аспект та бар. Мәғариф учреждениеһы тейешле кимәлдә эшләһен өсөн унда кәм тигәндә 18 уҡытыусы эшләргә тейеш».

Бихисап һорау гәзит уҡыусыларының Республика башҡорт лицей-интернаты хаҡында борсолоуына бәйле булды. Һүҙ уҡыу йортон ябыу хаҡында бармай, тип ышандырҙы министр. Әлеге ваҡытта мәктәпте ваҡытлыса «күсереү» мәсьәләһе хәл ителә, сөнки, экспертизаға ярашлы, бинаға ремонт үткәреп булмай, ә яңыһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөү мөмкин түгел. Киләһе уҡыу йылында балаларҙы Өфөнөң 5-се лицейы һәм ҡаланың һөнәри-техник училищеларының береһе ҡабул итәсәк.

Дөйөм алғанда онлайн-конференция барышында Әлфис Ғаязовҡа 60-ҡа яҡын һорау бирелде. Уларға яуаптарҙы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) уҡырға була.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть