Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә

Иҡтисад

24 майҙа Өфөлә тағы бер «ҡатын-ҡыҙҙар» вакансиялары йәрминкәһе үткәрелә. Был юлы унда күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеүсе, йәмәғәт туҡланыу предприятиелары, шулай уҡ ҡунаҡханалар һәм ресторандар ҡатнашасаҡ.

Гүзәл заттар өсөн «вакантлы» йәрминкәнең ойоштороусыһы -  Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге.

— Әлеге ваҡытта 20-ләгән эш биреүсе үҙенең ҡатнашыуы тураһында белдерҙе. Тәҡдим ителәсәк вакансиялар араһында технолог, сауҙа вәкилдәре, икмәк бешереүселәр, кондитер, повар, официанттар, һатыусылар бар. Эш менән тәьмин итеүселәр ҡатын-ҡыҙҙарға ваҡытлыса эш урындары ла, даими нигеҙҙәге эш урындары ла тәҡдим итәсәк, — тине «Башинформ» агентлығына Өфө мәшғүллек хеҙмәтенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Йәрминкә сәғәт 10-да башлана.

Үткәреү урыны – Өфө, Ибраһимов бульвары, 47/1.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ниндәй иҡтисади эшмәкәрлек алып барыуына ҡарамаҫтан, кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән бөтә эш биреүселәр ҙә профилле вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашыуға хоҡуҡлы.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть