6 декабрь, Шишәмбе

23 май 2012 йыл, 13:08

2012 йылдың дүрт айында Башҡортостан халҡы 17 586 кешегә артты

автор: Ғәлиә Нәбиева

2012 йылдың дүрт айында Башҡортостанда 17586 бала, шул иҫәптән 9117 малай һәм 8469 ҡыҙ тыуҙы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән. 171 ғаиләлә — бер юлы ике сабый, 4 ғаиләлә — өс игеҙ бала тыуған.

Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, белгестәр тыуым күрһәткестәренең артыуын билдәләй. 2012 йыл башынан 2-се һәм 3-сө бала табырға теләгән ғаиләләр һаны тотороҡло арта килә.

«Бала табыу сертификаты» программаһы буйынса «Һаулыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыуға 2012 йылда Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән республиканың медицина ойошмаларына 239,5 миллион һум аҡса бүленгән.