11 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2012 йыл, 12:42

Башҡортостанда иген сәсеү тамамланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсеү буйынса планды үтәне. Иген баҫыуҙары төбәктә 1 млн 224 мең гектарҙы тәшкил итте. Планға ҡарата был 101 процент. Төп культураларҙы сәсеү ваҡытынан алда тамамланды. Яҙҙың иртә килеүе арҡаһында быйыл сәсеү агрегаттары баҫыуҙарға ике аҙнаға тиерлек алдан сыҡты. Былтыр был датаға ҡарата Башҡортостанда иген культураларының ни бары 90 проценты сәселгәйне.  

Сәсеү эштәре тамамланыуы айҡанлы тәүге һабан байрамдары төбәктә 26 майҙа уҡ үтәсәк. Республика муниципалитеттары буйынса «Һабантуй» йыллыҡ халыҡ байрамын үткәреү графигын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов раҫланы.

Бер аҙна элек республика көнбағыш сәсеүҙе тамамланы. Сөгөлдөрсөләр ҙә һуңғы гектарҙарҙа эш алып бара. Төбәктәге шәкәр сөгөлдөрө пплантациялары быйыл  ярайһы ныҡ ҙурайтылған. Был культура йәмғеһе 67 мең гектарҙы биләйәсәк, бөгөнгө көндә 52 мең гектарҙан ашыу майҙан сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрө иң табышлы культураларҙың береһе булып ҡала.  

Яҙғы баҫыу эштәре башланғандан алып Башҡортостанда һауа шарттары уңай торҙо, тип аңлатма бирҙеләр сәсеү темптарына БР Ауыл хужалығы министрлығында. Аграр ведомство белгестәре, иртә сәсеү ураҡҡа иртә төшөүгә килтерәсәк, тип иҫәпләй.

«Ужым игенен урып йыйыу эштәре ғәҙәттәгенән иртәрәк – июль урталарында башланасаҡ, ә техник культуралар сентябрь башына өлгөрәсәк икәнлеге бөгөндән билдәле», — тинеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында.